• Популярность: 0

    Исполнитель: Раиль...Ожмах...Игизбаев

    Название: Өмөт өҙмәй

    Время: 03:49

    Добавлен: 2015-10-05

    Прослушало: 186

Өмөт өҙмәй Раиль...Ожмах...Игизбаев mp3 320kbps Раиль...Ожмах...Игизбаев


Клип на песню Раиль...Ожмах...Игизбаев Өмөт өҙмәй в hd качестве смотреть онлайн

Скачать


Другие песни исполнителя Раиль...Ожмах...Игизбаев
Текст песни:

Өмөт өҙмәй

Һәр саҡ дәртле, йөҙө бик яғымлы,
Күҙҙәрендә - осҡон, нур балҡый.
Бер ҡарауҙа һине утҡа һала,
Күңелеңде сихри көс арбай.

***Бер көн үтеп, икенсеһе етә,
***Көн артынан айҙар үтәләр.
***Күп егеттәр йоҡоһон ҡалдырып, ***Тилмерешеп уны көтәләр.

Ҡояш, хатта, көнләшеп үк ҡарай,
Ай ҙа төндә уй-хискә бата.
"Төшөндә лә йылмаялар ул", -
Тигән уйҙа алһыу таң ата.

***********************

Үҙе ул - бер ябай ауыл ҡыҙы,
Оҡшай миңә һылыуҡай-сибәр.
Өҙҙөрөп тә бейей, матур йырлай,
Ғашиҡ булдым уға, мин йүләр.
Оло бәхет - яҡын дуҫы булыу,
Ҡыуанысым эсемә һыймай.
Һөйөү уттарында дөрләп янам,
Тик һылыуҡай бер ни ҙә һиҙмәй.

***********************
***Бер-береһен ашыҡтырып елеп,
***Айҙар үтә, йылдар үтәләр.
***Күп егеттәр өмөт өҙмәй(ен)сә,
***Һылыу ҡыҙҙы һаман көтәләр.

Советуем посмотреть:
Комментарии (0)
Добавить комментарий